Ҡушаҡлы көҙ. Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search



* * *


ҠУШАҠЛЫ КӨҘ
Көҙгө урман хәҙер сер һаҡламай,
Теткеләнгән барсА* шаршауы,
Ел иҫкәндә өнһөҙ япраҡ ҡоя -
Бай сағында ҡалған бар шауы.

Һуҡмаҡтарҙы сыбар келәм япҡан,
Әйтерһең дә бер кем үтмәгән,
Сымылдыҡтай сатыр ышығында
Һөйгән йәрен бер кем үпмәгән.

Аяҡ аҫты ғына шыптыр-шыптыр,
Шыптыр-шыптыр - кемдең серҙәре?!
Бәйләнгәндер кемдең сәскә сәсе ,
Юғалтҡандыр кемдер үҙ йәрен...

Көҙ миҙгеле туҡлы, туплы, туйлы,
Табышҡандар инде ҡауыша...
Ышыҡлауҙың көҙгә хәжәте юҡ -
Пар аттарҙа елә пар-ҡушар.

Ҡушылған да ҡушаҡтары** менән
Ҡуш ҡына ла бергә салланып,
Ҡаршыларға яҙһын ғүмер көҙөн...
... Ә әлегә туйҙар - бал айы.

  • барса - парча
    • ҡушаҡ - супруг(а)

2014